Ҙур этнографик диктант
Ноябрь 1, 2025
Просмотров: 761
2025 йылдың 1-8 ноябрендә халыҡ-ара «Ҙур этнографик диктант» акцияһы үтә. Ул унынсы тапҡыр ойошторола. Быйылғы диктант яҙыу Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин инициативаһы буйынса үткәрелгән "Рәсәй һәм БДБ (СНГ) халыҡтары" халыҡ-ара фестивале саралары программаһына индерелгән.
Ҙур этнографик диктант – Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте менән таныштырыусы, шулай уҡ этномәҙәни грамоталылыҡтың дөйөм кимәлен баһаларға мөмкинлек биргән мәғрифәтселек проекты. Һорауҙар ҙур этнографик диктанттың рәсми сайтында (miretno.ru) буласаҡ. Диктантты яҙыу ваҡыты - 45 минут. Һөҙөмтәләр күрһәтелгән сертификат диктант үткәндән һуң электрон форматта төҙөлә.
“Халыҡтар күп - илебеҙ берәү!” девизы аҫтында үткән диктантта әүҙем ҡатнашайыҡ!