1. Ученикам
  2. Новости
  3. Һәләтле балалар - Рәсәйҙең киләсәге!

Һәләтле балалар - Рәсәйҙең киләсәге!

Май 23, 2025 Просмотров: 326
23 май Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Д.М. Юланов район мәктәптәренең һәләтле балалары менән осрашыу үткәрҙе. Унда уҡыусылар араһында Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика олимпиадалары еңеүселәре һәм призерҙары йыйылды. Был күркәм сарала беҙҙең мәктәптән уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында экология фәненән республика кимәлендә призер булыусы 9- сы класс уҡыусыһы Дәүләтшина Айгүзәл (уҡытыусыһы Яубасарова Н.М.), Аҡмулла олимпиадаһында башҡорт теленән призер булыусы 9- сы класс уҡыусыһы Бикбова Йәмилә (уҡытыусыһы Ҡолмөхәмәтова Г.З.) һәм Төньяҡ - көнсығыш федераль олимпиадаһында башҡорт теленән, шулай уҡ Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте республика олимпиадаһында призер булыусы 10-сы класс уҡыусыһы Дәүләтбаева Алина (уҡытыусыһы Ҡолмөхәмәтова Г.З) ҡатнашты. Призлы урындар алыусы уҡыусыларыбыҙҙы һәм уларҙың етәкселәрен ҡотлайбыҙ!