1. Ученикам
  2. Новости
  3. "Герой партаһы".

"Герой партаһы".

Май 9, 2025 Просмотров: 438
 9 май Ғайса Аҡманов исемендәге Байыш урта мәктәбендә, "Парта Героя" тигән Бөтә Рәсәй патриотик проект сиктәрендә "Герой партаһы" асылды. Герой партаһында батырҙың фотоһүрәте ҡуйылған, ҡаҙаныштары яҙылған. Улар дүртәү...
Чечен республикаһында хеҙмәт иткәндә һәләк булған, ике тапҡыр Батырлыҡ ордены (береһе үлгәндән һуң) менән наградланған Илмир Рауил улы Мөхәмәтйәнов.
Махсус хәрби операцияла һәләк булғандан һуң Батырлыҡ ордены менән наградланған - Йылҡыбаев Илһам Ғаяз улы.
Махсус хәрби операцияла һәләк булған, Батырлыҡ ордены кавалеры - Әйүпов (Ҡансурин) Замир Альберт улы.
Махсус хәрби операцияла һәләк булған, Батырлыҡ ордены менән наградланған - Йылҡыбаев Илназ Рәмил улы.
Сарала ҡаһарман егеттәрҙең ата-әсәләре, ауыл халҡы, килгән ҡунаҡтар, мәктәп коллективы, уҡыусылар ҡатнашты.
Ил азатлығы өсөн ғүмерҙәрен биргән егеттәрҙең батырлығы онотолмаҫ, уларҙың яҡты иҫтәлеге яҡташтары күңелендә һәр ваҡыт һаҡланыр.