Бөйөк Еңеү көнө менән!!!
Май 9, 2025
Просмотров: 440
Бөгөн Байыш ауылында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған тантаналы митинг үтте. Обелиск янына ауыл халҡы, мәктәп уҡысылары, килгән ҡунаҡтар йыйылды. Байыш ауыл биләмәһе башлығы Ҡуланшин Айҙар Зөфәр улы, Ейәнсура районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ҡансурин Байрас Фәтих улы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Назаров Хәмит Әхмәт улы байрам менән ҡотлап үҙҙәренең матур,изге теләктәрен еткерҙеләр. Мәктәп уҡыусылары сараны йыр-бейеү менән биҙәнеләр.
Бер минут тын ҡалып Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарыбыҙҙы иҫкә алдыҡ. Обелискыға сәскәләр һалынды.
Ниндәй ҙур юғалтыуҙар һәм тетрәнеүҙәр менән яуланған ул Бөйөк Еңеү. Тыуған ил хаҡына ғүмерен биргән яугирҙар, атай-олатайҙар алдында баш эйәбеҙ, рәхмәт әйтәбеҙ. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан бер кем дә онотолмаһын!
Бөгөн Илебеҙҙең батыр улдары Еңеү байрағы аҫтында йәнә ил һағында. Тыуған еребеҙгә тыныслыҡ ҡайтһын, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ.
Бөйөк Еңеү көнө менән!