Еңеү салюты 2025
Апрель 23, 2025
Просмотров: 228
23 апрель, Байыш ауыл мәҙәниәт йортонда, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған "Хәтерләйбеҙ, ғорурланабыҙ, рәхмәтлебеҙ" исемле концерт булып үтте. Район кимәлендә үткәрелгән "Еңеү Салюты" фестивале сиктәрендә уҙҙы.
Был сарала Байыш ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, уҡыусылар, һәүәҫкәр әртистәр бик әүҙем ҡатнашты.
Байыш ауылы ир-егеттәре ансамбле, Аҡдәүләт ауылы ир-егеттәре ансамбле, Сәғит ауылының "Көнбикә" фольклор ансамбле, Байыш ауылының "Еңгәйҙәр", "Ҡыҙҙар", ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ансамбле, уҡытыусылар коллективы, Г. Аҡманов исемендәге Байыш урта мәктәбе уҡыусыларының һәр сығышын тамашасылар бик йылы ҡабул итте. Биштирәк, Элмәле, Байыш, Сәғит ауылдарының трио, дуэттары концертҡа йәм өҫтәне.
Алып барыусыларыбыҙ Лилиә Сәлихова менән Фәнзил Ғөбәйҙуллинға, сценарий авторы Ғәзимә Рәшит ҡыҙы Йәркәйеваға, экрандағы видеояҙмалар биҙәлешенә яуаплы Әнүәр Ғәббәс улы Ғүмәровҡа, концертта ҡатнашыусыларға һәм Байыш ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙең барыһына ла тарихҡа, геройҙарға ихтирамлы мөнәсәбәте һәм был сараға яуаплы ҡарауҙары өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Байыш ауыл биләмәһенән Еңеү штандартын Иҫәнғол ауыл биләмәһе ҡабул итеп алды.
Зәңгәр күктәрҙә осһон күгәрсен –
Тыныслыҡ кәрәк бөтә ер өсөн.
Тыныслыҡ, тыныслыҡ, тыныслыҡ –
Йәшәһен мәңгегә ул Ерҙә!
Юҡ, юҡ, юҡ!
Һуғыш кәрәкмәй, һуғыш кәрәкмәй,
Һуғыш кәрәкмәй беҙгә!