Мәктәп инициативалы бюджетлау проекты - 2025
Январь 24, 2025
Просмотров: 235
Мәктәптәрҙә инициативалы бюджетлау проектына Ғайса Аҡманов исемендәге Байыш урта мәктәбе уҡыусылары ла әүҙем ҡушылды. Проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында уҡыусылар үҙидараһы йыйылышы үтте.Йыйылышта комиссия уҡыусыларҙы проекттың маҡсаты, йүнәлештәре, норматив-хоҡуҡи документтары менән таныштырҙы. 6 - 10-сы класс уҡыусылары мәктәп өсөн мөһим проблемаларҙы билдәләп, инициатива проекттарын эшләне.
Бөтәһе биш проект тәҡдим ителде: «Компьютер класы», «Мәктәп - спорт территорияһы. Бәләкәй спорт майҙансығы», «Интерактив музей», «Һанлы китапхана», «Әкиәт гардеробы» проекттары. Уҡыусылар тарафынан командалар төҙөлөп, проекттар буйынса йәнле эш башланды.
Проектта ҡатнашҡан командаларға уңыштар!


