Һуңғы ҡыңғырау - 2026

Май 26, 2026 Просмотров: 20

26 май 2026 йыл , сәғәт 10-00, Ғайса Аҡманов исемендәге Байыш урта мәктәбендә "Һуңғы ҡыңғырау" байрамы үтте. Был тантаналы сарала Ейәнсура районы мәғариф бүлеге вәкиле Канчурин Б.Ф., Байыш ауыл биләмәһе башлығы Куланчин А.З., мәктәп директоры Мөхәмәтйәнов С.М. ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһанылар, олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулаусы уҡыусыларҙы бүләкләнеләр. Тантана 9 класс, 11 класс, 1 класс сығыштары, музыкаль номерҙары, ата-әсәләрҙең ҡотлауҙары, рәхмәт һәҙҙәре менән үрелеп барҙы. 

Бөтәһе лә сығарылыш класс уҡыусыларына аҡ юлдар,алдағы имтихандарҙа- уңыштар теләнеләр.