21 февраль - Халыҡ-ара туған телдәр көнө
Февраль 21, 2025
Просмотров: 4257
Атай тигәндә лә һин кәрәк,
Әсәй тигәндә лә һин кәрәк.
Күңелемдең һүнмәҫ нуры һин,
Мәңге йырланасаҡ йырым һин,
Моңло- йырлы туған телем һин...
21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Бөгөн мәктәбебеҙҙә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған класс сәғәттәре үтте. Дәрестәрҙә тел ҡәҙере, ил ҡәҙере тураһында һөйләшелде.Уҡыусылар туған тел тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр, туған телебеҙгә бағышланған шиғырҙарҙы яттан һөйләнеләр.
Телебеҙҙе, илебеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн һәр беребеҙ туған телебеҙҙә һөйләшәйек, уны ҙурлайыҡ, киләсәк быуындарға еткерәйек!
Телебеҙҙе, уның матурлығын, байлығын, нәфислеген һаҡлап ҡалайыҡ!